«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Медкарта урынына - беләҙек



21.05.2019 Медкарта урынына - беләҙек

Медкарта урынына - беләҙекДауаханаға эләгеү менән махсус беләҙек "бүләк" итәсәктәр.

Тиҙҙән дауахана пациенттарына идентификациялы беләҙектәр кейҙерәсәктәр. Яңы электрон система ярҙамында бөтмәҫ - төкәнмәҫ медицина карталары яҙмаларынан ҡотолмаҡсылар.

Беләҙек махсус пластик лентанан ғибәрәт. Ундағы штрих код аша ауырыуҙың сирҙәре, дауалау графигы һәм башҡа мәғлүмәт алынасаҡ.
Ауырыу стационарға эләгеү менән уға беләҙек тағыласаҡ. Бөгөн республиканың биш медицина учреждениеһы пилот проект өсөн майҙансыҡ булып тора. Беләҙектәр төрлө төҫтә - ағы планлы, ҡыҙылы аллергик, һарыһы ауыр хәрәкәтләнгән сирлеләргә кейҙерелә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға