20.05.2019 Бизнес эше. Тикшереү һәм фажиғә
Радий Хәбировҡа, минең хоҡуҡтарым Роспотребнадзор хеҙмәте тарафынан боҙола, тип бер эшҡыуар мөрәжәғәт иткән.
Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе белдереүенсә, был эш Радий Фәрит улын ҡыҙыҡһындырған һәм ул өс яҡлы һөйләшеү ойошторған: Башлыҡ, бизнесмен һәм тикшереү хеҙмәте етәкселеге. Осрашыу барышында ишетелгәндәр буйынса республика етәксеһе тикшереү материалдарын прокуратураға ебәрергә ҡушты. Шулай уҡ уларҙы федераль Роспотребнадзор ҙа тикшерә.
Радий Хәбиров бынан ары Роспотребнадзор етәксеһе менән эшләмәйәсәген белдерҙе.
...Һәм хәҙер, эшҡыуарҙы тикшереүҙе алып барыуҙа яуаплы белгес үҙ-үҙенә ҡул һалғас, был эш Тәфтиш комитеты яуаплылығына күсте.