19.05.2019 Аллабирҙеләр ҙә диктант яҙҙы
Сания Күҙбаева хәбәр итте:
Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы мәктәбендә барлығы 45 кеше диктант яҙыуҙа ҡатнашты. 2-4 кластар -
"Өфө"нө, 5-11 кластар һәм өлкәндәр - уҡытыусылар, ата-әсәйҙәр, мәктәп хеҙмәткәрҙәре "Ҡурай моңо"н яҙҙы.
Аллабирҙеләр халыҡ-ара диктантта икенсе йыл ҡатнашты. Былтыр сараны үткәреүҙә Башҡорт дәүләт университеты ярҙам итһә, быйыл - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы диктант яҙыу хаҡында хәбәр итте. Ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ.
Рухланып дәртләнеп таралышты диктанттан аллабирҙеләр. Хөрмәтулла Үтәшевтың уҡыуы күңелдәренә хуш килде. Өлкәндәр мәктәпте күптән тамамлаһам да, туған телемдә яҙа алам икән тип тә һөйөндө. Ир-аттарҙың ихлас ҡатнашыуы шатландырҙы: уҡытыусылар Тәлғәт Әҡсән улы Мөхәмәтйәнов, Закир Әлим улы Әлибаев, Рәмил Хәлим улы Хисамов. Ә Вадим Вәдит улы Күҙбаев атаһы пенсионер Вәдит Вәхит улы менән килгән ине.
Был сара телебеҙгә һөйөү, ихтирам тәрбиәләүҙә, уның бәҫен тағы ла күтәрергә булышлыҡ итте. Ун беренселәр Рәсим менән Эльнара ғорурлыҡ менән эштәрен тапшырҙы, йөҙҙәре шат, ҡәнәғәт. Рәхмәт, ҡоролтай, рәхмәт, Рәйсә Абдрахман ҡыҙы!