18.05.2019 Түтәлдәрҙе ябығыҙ!
Бәй, нишләп түтәлдәрҙе ҡапларға йүгермәй, бында тыныс ҡына яңылыҡтар уҡып ултыраһығыҙ?! Бөгөн төндә тағы ҡырау көтөлә бит!
Һауа температураһы тағы ла түбәнәйә. Синоптиктар, 18 майҙан 19 майға ҡараған төндә һауа температураһы -5 градусҡаса төшәсәк, ти. Көндөҙ иһә +7...+12 градус буласаҡ.
Иртәгә республикабыҙҙа ямғырҙар көтөлә, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡарлы ямғыр яуа инде ул. Төньяҡ-көнбайыштан иҫкән елдең көсө лә байтаҡ булмаҡсы - секундына 7-12 метр (хатта 16 метрға тиклем етеүе лә ихтимал). Өй түбәләрен дауыл алып китмәһә булған, алып китһә, түтәл ҡайғыһымы? Шулай ҙа саҡ морон төрткән йәш редискалар йәл...
Водителдәргә юлда икеләтә һаҡ булырға кәрәк.