«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кешене күпме өйрәнһәң дә, белеп бөтмәҫһең...



22.05.2019 Кешене күпме өйрәнһәң дә, белеп бөтмәҫһең...

Бер көн йәш кеше Остазына килгән дә:

– Миңә кешеләрҙе танып белергә, яҡшыларын, ихластарын, ямандарын айырырға өйрәтһәңсе, – тигән. – Кемдән ҡурҡырға? Кемгә ышанырға?
– Тәүҙә мин һиңә кемдән ҡурҡырға икәнен әйтәм, – тип сабыр ғына һүҙ башлаған аҡһаҡал.
– Йә.
– Иң тәүҙә ҡарап тороуға үтә алсаҡтарҙан ҡурҡ. Ундайҙар һиңә юхаланыр, ҡосағына алыр, бер алдыңа, бер артыңа сығыр... Былар һине шундуҡ “һатасаҡ”.
– Нисек инде улай? Кемгә ышанырға?
– Һинең менән бик ябай, ғәҙәти булғандарға. Гел дөрөҫөн әйткәндәргә. Улар һиңә иң тәүҙә ярҙамға килер.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға