«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путинды Торатау менән яҡындан таныштыралар



17.05.2019 Владимир Путинды Торатау менән яҡындан таныштыралар

Июлдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостанға сәфәре көтөлә. Ил етәксеһенең 9 – 14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара Олимпия комитеты булышлығында уҙғарылған Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарына килеүе күҙ уңында тотола.

Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев һүҙҙәренсә, Владимир Путинды «Торатау» геопаркы проектының концепцияһы менән таныштырыу ҙа ҡаралған.

Парк биләмәһенә дүрт райондың 3,9 мең квадрат метр майҙаны, Ғафури районындағы Тоҙйылға («Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан халыҡ-ара әһәмиәттәге объект) һәм Стәрлетамаҡ районындағы Йөрәктау шиханы инергә тейеш. Эшкәртелгән Шахтау ҙа шул биләмәлә була.

Парк инеү сикләнгән һәм инфраструктура, сервис урынлашҡан рекреацион зоналарға бүленә. Бында йәйәүлеләр, велосипед һәм автомобиль юлдары төп файҙаланыу объекттары булырға тейеш. Туристарға махсус экскурсия маршруттары тәҡдим ителә.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, геопарк проекты 2020 йылдың көҙөнә әҙер буласаҡ. Ул саҡта «Торатау»ҙы халыҡ-ара статус алыу өсөн ЮНЕСКО эгидаһына индереүгә ғариза бирергә мөмкин. Әле Башҡортостандың тәүге геопаркы – «Янғантау» ошо процедураны үтә башланы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018 йылдың 12 декабрендә «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға