17.05.2019 Республикаға кисекмәҫтән Тәржемә үҙәге кәрәк
Уҡы, күр, фекер йөрөт! Ниңә ошондай хәлгә төштөк? Ни өсөн бындай күренеш йыш осрай?
Ярымфабрикаттарға, консерваларға бик иҫем китеп бармай. Шулай ҙа йә арыған ваҡыттамы йә эш күберәк булып китһә, “Буздякский”ҙан берәй нәмә алам. Был юлы иһә, һыналған предприятие продукцияһына “хыянат иттем” һәм супермаркетта күреп ҡалып, Стәрлелә сығарылғанына үрелдем. Бәлки, тәғәйен генә уны алмаған да булыр инем, әгәр күҙем яҙыуына төшмәһә. Бына һиңә ғибрәт!
“Борщ” банкаһы. Юҡ, сифатына һүҙем юҡ – тәме нисауа. Әйткәнемсә, этикеткаһындағы яҙыуҙан ни көлөргә, ни иларға белмәнем.
Хәйер, бындай хаталарға тәүгә генә осрамайым да. Матбуғат йортоноң да бер яҡ тәҙрәһенән бына күпме ваҡыт инде "ЯЙ" ("Лето") хәрефтәре аҡайып тороуын күҙәтәбеҙ (был хахта яҙҙыҡ).
Беҙгә кисекмәҫтән этикеткаларға, алтаҡталарға, башҡа рәсми ҡағыҙҙарға башҡортсаһын хатаһыҙ яҙыу буйынса етди бер орган булдырырға кәрәк. Берҙәм. Үҙәкләштерелгән. Берәү ҙә, кемдән тәржемә иттерәйем икән, тип эҙләнеп йөрөмәһен, үҙенең фантазияһын файҙаланмаһын, белер-белмәҫ кешенән һорамаһын, ә тура ошо органға мөрәжәғәт итһен һәм сифатлы, дөрөҫ яҙыуҙар алһын! Тап шул органдан тәржемә иттерергә икәнен талап итергә.
Бөгөн туған телебеҙҙе һаҡлауға, ҡулланыуға, өйрәнеүгә бәйле проблемалар алдыбыҙҙа тора. Башҡортостанда ике тел – дәүләт теле. Иң юғары етәкселек кимәлендә беҙ бергәләп булған сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итә алабыҙ. Бары ниәт, теләк, булышлыҡ, ойоштороу кәрәк.