«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өс көн. Биш урын. 18 - 30 йәш...



16.05.2019 Өс көн. Биш урын. 18 - 30 йәш...

Тиҙҙән бик шәп сәйәхәт көтөлә. Этнотуристик үҙе. Бер ыңғай өйрәтеүсе лә. Блогер менән тур.

31 майҙан 2 июнгә тиклем Башҡортортандың иң матур урындарына "Минең төбәгем" ("Мой регион") экспедицияһы ойошторола. Проект етәксеһе Айзилә Мөлөкова билдәләүенсә, маршрут түбәндәгесә һалына:
1. Белорет районы, Асы ауылы.
2. Ҡыҙылташ (Розовые скалы).
3. Ҡағы ауылы, шишмә, ҡорам, ихаталар.
4. Бөрйән районы, Шүлгәнташ мәмерйәһе.
5. Әбйәлил районы, Яҡтыкүл.

Турға 18 - 30 йәшлектәр саҡырыла. Бының өсөн проекттың социаль селтәрҙәге сәхифәһенә (vk.com/myregion2019, "Блог-тур "МОЙ РЕГИОН" төркөмө") ебәрергә һәм ижади эш башҡарырға кәрәк.

Сәйәхәт барышында йәштәр блогер менән селтәрҙәрҙә көндәлек тормошто сағылдырырға (текст яҙырға), фотоларҙы эшкәртергә, видеоны монтажларға өйрәнәсәк. Live режимында белемдәрен һынап ҡараясаҡтар. Һәм, әлбиттә, күп милләтле республикабыҙҙың күркәмлегенә һоҡланасаҡтар.








Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға