«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юғары уҡыу йорттарында балалар бүлмәһе барлыҡҡа киләсәк



16.05.2019 Юғары уҡыу йорттарында балалар бүлмәһе барлыҡҡа киләсәк

Студент әсәйҙәргә йәки квалификация үҫтерергә теләүселәр өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ – юғары уҡыу йорттарында һәм колледждарҙа балалар бүлмәһе асылыуы бар. Ошо рәүешле РФ Хеҙмәт министрлығы ғаиләләргә һөнәр алыуҙа ярҙам күрһәтмәксе була. Белгестәр әйтеүенсә, был яңылыҡ демографик хәлде лә яҡшыртасаҡ - студенттар, ауырлыҡтан ҡурҡмайынса, әсәй булырға теләк белдерәсәк.


Бала ҡараусы яллау һәр ғаиләнең хәленән килмәй. Был хаҡта һүҙ күптән бара, тик Роспотребназдор менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының яслиҙарға талаптары арҡаһында һөнәри белем биреү учреждениеларында балалар бүлмәһен асыу ҡыйынлыҡ тыуҙыра.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға