«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә бер подъездың алдына табут ҡуйып киткәндәр



16.05.2019 Өфөлә бер подъездың алдына табут ҡуйып киткәндәр

Уға фәләнсә фатир, Фәлән Фәләнов тип “адрес” та яҙылған булған. Был коллекторҙың эше, тип фаразлау дөрөҫ булмай сыҡты. Табуттың “хужаһы” был яуызлыҡты кем эшләгәнен белеүе, бында бер ниндәй ҙә кредит ойошмаһының ҡыҫылышы булмауы хаҡында әйткән. Йәғни, тикшереүселәр тарафынан 230-сы федераль закондың боҙолоу факты теркәлмәгән.

Әйткәндәй, йыл башынан алып коллекторҙарҙың шәхес хоҡуғын, закон боҙоуы тураһында 69 протокол теркәлгән. Уларҙың 20-енә суд коллекторлыҡ ойошмаһын яуаплылыҡҡа тарттырға тигән ҡарар сығарған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: tdnu.ru


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға