16.05.2019 Салауаттың ике предприятиеһы милли проектҡа ҡушылды
Бынан ары "Салауатбыяла" акционер йәмғиәте менән Салауат химия заводы хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу милли проектында ҡатнашасаҡ. Республика хөкүмәте менән тейешле килешеүҙәр төҙөлгән.
"Салауатбыяла" табаҡ һәм архитектура быялаһы, быяла һауыттар, шыйыҡ быяла, автомобиль тәҙрәләре һәм быяла пакеттары етештерә. Химия заводы продукцияһын дарыу, төҙөлөш материалдары, химия өлкәһе ҡуллана.
Милли проекттарҙа ҡатнашҡан предприятиеларға эксперттар методологик ярҙам күрһәтәсәк. Улар шулай уҡ эш процестарын ҡулайлаштыра аласаҡ. Бынан тыш, Сәнәғәтте үҫтереү фондынан льготалы займ, хеҙмәткәрҙәрҙе тиҙләтеп яңынан уҡытыуға субсидиялар бирелә.
Бындай килешеүҙәр исемлегендә республиканың сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм төҙөлөш өлкәһендәге 20 предприятие бар. Уларға тиҙҙән КПД өй төҙөү комбинаты ла өҫтәләсәк. Йыл аҙағына тиклем был милли проектта 50 ҡатнашыусыны йәлеп итеү күҙаллана.