«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тоҙһоҙ икмәккә өйрәнергә тура киләсәк



16.05.2019 Тоҙһоҙ икмәккә өйрәнергә тура киләсәк

Тиҙҙән һатыуға тоҙ миҡдары аҙ булған икмәк сығасаҡ. Был ҡулланыусыларҙың баланс рационын
формалаштырыуға ярҙам итәсәк, ти белгестәр. Икмәкте көнөнә кәмендә 4 тапҡыр ҡулланалар, шуға күрә уның тоҙон кәметеү мөһим. Тоҙ күләме 15 процентҡа кәмейәсәк.


Әлегә 100 грамм икмәктә 1,1 грамм тоҙ бар. Яңы икмәктә ул 0,9 грамға ҡаласаҡ. Икмәктең тоҙһоҙлоғо уның тәмендә әллә ни беленмәйәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға