«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Отпускығыҙға бер көн ҡушалар



16.05.2019 Отпускығыҙға бер көн ҡушалар

Беҙҙе көн һайын яҡшы хәбәрҙәр менән ҡыуандырып торалар. Был юлы яңылыҡ беҙҙең оҙайлы ялға ҡағыла.

РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы диспансеризация үтеү өсөн түләүле отпускка бер көн өҫтәү тураһында документ әҙерләп, ҡануниәткә үҙгәрештәр индертергә теләй. Хеҙмәт кодексына төҙәтеү әҙерләргә Премьер-министр Дмитрий Медведев үҙе ҡушҡан.

Тик яңылыҡ бөтәһенә лә ҡағылмай, ул 40 йәште үткәндәр өсөн. Йәғни, ошо йәштән өлкән (40 йәште лә индереп) эш кешеләре йыл һайын түләүле бер көн отпуск иҫәбенә диспансерлаштырыу үтә ала. 28 көн оҙайлы ял урынына 29 көн алабыҙ булып сыға инде. Ялды оҙайтырға теләйбеҙ, әлбиттә, әммә бөтәһе лә диспансер тикшереүе үтергә барырмы икән?






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға