15.05.2019 Ҡороғорҙар...
Бөгөн Екатеринбургтың Чкалов район суды Станислав Голованов менән Александр Ширяевтың 12 йәшлек ҡыҙ баланы көсләүҙә ғәйебен танып, береһен 22 йылға, икенсеһен 18 йылға иркенән мәхрүм итте. Бынан тыш енәйәтселәр балаға һәр береһе 500 мең һум аҡса ла түләргә тейеш. Ләкин был ғына аҡса психикаһы ҡаҡшаған ҡыҙға рухи зыянды ҡапларға ярҙам итә алмаҫ шул...
Енәйәт 2017 йылдың ноябрендә ҡылына. Ике ир кеше 12 йәшлек ҡыҙҙы ҡаланың Шинный микрорайонында урлап, ҙур сумкаға тыға ла, фатирға килтереп, бер нисә сәғәт дауамында уны көсләй. Ошоно улар порносайт өсөн видеоға төшөрә. Һуңынан баланы шул уҡ сумкаға кире тығып, Полевский тракты ситендә бәреп китәләр. Ярай ҙа осраҡлы рәүештә кемдер сумканы аңғарып ҡалып, ҡыҙҙы ҡотҡаралар.
Шул ваҡытта Голованов менән Ширяевты 250 полицейский эҙләй. Ун көндән һуң тәүҙә Александр Ширяевты тоталар: көсләнгән ҡыҙыҡай йөрөгән художество мәктәбе етәксеһенең абышҡаһы булып сыға ул. Аҙаҡ уның арҡылы Станислав Головановты ла тоталар.
Тикшереүҙәр мәлендә был ике ҡороғор маньяктың иҫәбендә тиҫтәләрсә енәйәт булыуы асыҡлана.
Зинһар, балаҡайҙарығыҙҙы яңғыҙ йөрөтөп ҡуймағыҙ: үкенескә, арала яуыз уйлы, алама әҙәмдәр бар...