15.05.2019 Педофилдың урам буйлап йүгергәнен видеокамера яҙҙырған
13 майҙа Өфөлә булған ҡурҡыныс енәйәт барыһын да аяҡҡа баҫтырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - көндөҙ «Спорт» туҡталышы янындағы йорт подъезында бер ир 12 йәшлек ҡыҙҙы көсләгән.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар балаларға ҡарата булған енәйәттәрҙе тиҙ аса. Был осраҡта ла тәфтишселәр видеокүҙәтеү камералары буйынса дүшәмбе ваҡиғаһын тикшергән. Ир ҡыҙҙы күп ҡатлы йорт подъезында ҡамап тотҡан. Ярай уның вәхшилеге тулыһынса тормошҡа ашмаған - ҡыҙҙың ҡысҡырыуы күрше-тирәне йәлеп иткән. Улар ишектәрен асып сыҡҡан һәм көсләүсе сығып йүгергән. Шул мәлдә уны видеокамералар яҙҙырып алған.
Әле тәфтишселәр ирҙең шәхесен асыҡлау менән мәшғүл.