«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Мин уларҙы йәлләйем”: Радий Хәбиров бөгөнгө балалар хаҡында



15.05.2019 “Мин уларҙы йәлләйем”: Радий Хәбиров бөгөнгө балалар хаҡында

Бөгөн Өфөлә “Баласаҡ векторы – 2019” Бөтә Рәсәй форумы асылды. Унда Рәсәйҙең 85 төбәгенән 700 самаһы кеше ҡатнаша. Сара дауамында демография, ғаилә институтын хуплау, дәүләт ярҙамын камиллаштырыу, заманса баласаҡ инфраструктураһын булдырыу мәсьәләләре ҡараласаҡ.
Был форумға ярашлы, Бала хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйҙар съезы һәм Башҡортостандың Ата-әсәләр форумы уҙа. Конгреста Рәсәй Президенты янындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Анна Кузнецова ла ҡатнаша.


Башҡортостан Башлығы в.в.б. Радий Хәбиров үҙенең сығышында былай тине:
—Бөгөн балалар ата-әсәләре белмәгән күренештәргә юлығырға мәжбүр. Улар беҙҙән яҡшыраҡ булһа ла, мин уларҙы йәлләйем. Замана балаһы, тыуғандан алып, агрессив мәғлүмәт ташҡынына осрай. Ул гаджетта йәшәргә мәжбүр булғанлыҡтан, ғаилә эсендәге сылбыр өҙөлә.Буллинг, скулшуттинг, АУЕ — бала ҡот осҡос хәлдәргә дусар була.

Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Башҡортостан мәктәптәренең 5 көнлөк уҡыуға күсеүе тап ошоға бәйле. Балаларҙы ауырлыҡтан бер аҙ арындырып, улар ата-әсәһе, туғандары менән күберәк ваҡыт үткәрһен һәм “ бер аҙ үҙе өсөн йәшәп алһын” өсөн ҡабул ителгән ҡарар.
Башлыҡ социаль мөхит һәм мәғариф инфраструктураһы,атап әйткәндә, белем биреү, культура һәм спорт учреждениеларын төҙөү хаҡында ла һөйләне. Тик был тәрбиә эшендә төп алым түгел, тине ул. “Бала сифаттары иҙән сифатына бәйле түгел. Уларҙың күңел торошо өсөн үҙебеҙгә туҡтамай көрәшергә кәрәк”.
Шулай уҡ, бала сәләмәтлеге буйынса ла республикала көтөлгән яҡшы үҙгәрештәр тураһында фекерен әйтте Радий Фәрит улы.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға