«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Финанс белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ әле



15.05.2019 Финанс белемегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ әле

Бөгөндән республика халҡы финанс белемен тикшереү маҡсатында зачет бирә ала. Рәсәй банкы ойошторған дөйөм ил күләмендәге һынау 29 майғаса дауам итәсәк.

Теләгән һәр кеше тест үтергә мөмкин. Кем дә кем яҡшы яуап бирә, шуға зачет тапшырыуы тураһында сертификат ебәрелә. Онлайн режимда рәхим итеп үҙегеҙҙең белемегеҙҙе һынап ҡарағыҙ. Бер сәғәттә 30 һорауға яуап бирергә кәрәк. Шуның 23-өнә дөрөҫ яуаплаһағыҙ, зачет иҫәпләнә. Һорауҙар иҡтисад, страховкалау, инвестиция, валюта контроле, һалымдар, пенсия системаһы һ.б хаҡында.

Хаталарығыҙҙы ла күрерһегеҙ, хатта һеҙгә һөҙөмтәләрегеҙ буйынса аналитик отчет та һалырҙар.

Йыбанмаһағыҙ, түбәндәге адресҡа инегеҙ ҙә, алға: finzachet.ru.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға