«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алдағы өс көн нисек торор икән?



15.05.2019 Алдағы өс көн нисек торор икән?

Республика синоптиктары 15-17 майға һауа торошон фаразланы.

Бөгөн, 15 майҙа, Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән көсәйеүсән яуым-төшөм көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа боҙ борсағы, йәшенләп ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы 20-25 градус, төньяҡ-көнсығышта 15 градус йылы торасаҡ.

Иртәгә, 16 майҙа ла ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, урыны менән көсәйеүсән, шулай уҡ йәшенле ямғыр көтөлә. Төндә һауа температураһы 6-11, көндөҙ 20-25 градус йылы вәғәҙәләйҙәр.

17 май ҙа ямғырлы торасаҡ. Төндә 8-13, көндөҙ 15-20 градус йылы торасаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға