«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау яҡлы



15.05.2019 Владимир Путин АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау яҡлы

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙағы резиденцияһында АҠШ-тың дәүләт секретары Майк Помпеоны ҡабул итте. Осрашыуҙың башында уҡ ике ил араһындағы бәйләнештәрҙе тергеҙеү тураһында өмөтлө һүҙ әйтелде.

Бынан бер нисә генә көн элек Владимир Путин АҠШ лидеры Дональд Трамп менән телефондан һөйләшкән. Уның был аралашыуҙан, Трамп әфәнде мөнәсәбәттәрҙе көйләргә теләй, тигән фекере ҡалған.

“Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ ҙә бәйләнештәрҙе тулы күләмдә тергеҙеү яҡлы икәнебеҙҙе бер нисә тапҡыр белдерҙек. Әле бының өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыла, тип өмөтләнәм”, – тине Владимир Владимирович.

Майк Помпео белдереүенсә, ике илдең дә хеҙмәттәшлек итә торған темалары байтаҡ.

Беҙҙең Президентҡа тиклем дәүләт секретары РФ сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән осрашҡайны. Мәскәү Путин менән Трамптың Япониялағы саммитта осрашып һөйләшеүенең теләһә ҡайһы форматына ла әҙер.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға