«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был Рәсәй пенсияһы, ә быныһы - Германияныҡы...



14.05.2019 Был Рәсәй пенсияһы, ә быныһы - Германияныҡы...

Сит илгә йәшәргә китеүсе йәки ғүмер итеүсе ватандаштарыбыҙ өсөн пенсия рәсмилләштереү ябайлаштырылды. Быға тиклем ғариза теркәлгән йәшәү урыны буйынса тәғәйен бүлеккә һәм белгескә тапшырылырға тейеш булһа, хәҙер илдең һәр фондында һәм бүлегендә мөрәжәғәт ҡабул ителә.


Бөгөн 128 илдә йәшәүсе 330 мең кеше Рәсәй пенсияһын ала. Әйткәндәй, үҙебеҙҙә хаҡлы ялға китеп, пенсия йәше, мәҫәлән, 10 йылға күберәк булған башҡа илгә күсте икән, шәхес унда ла пенсия хоҡуғына эйә була ала. Әгәр ҙә әлеге ил менән Рәсәй араһында килешеү бар икән, ул саҡта ике ил финанслаған бер пенсия түләнәсәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға