«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өлфәт Мостафин йүгерергә ҡуша



14.05.2019 Өлфәт Мостафин йүгерергә ҡуша

Баш ҡалала 19 майҙа "ЗаБег.РФ" ярым марафоны үтә. Өфө хакимиәте вәкилдәре лә был сарала ҡатнашырға самалай.

Марафон бөтә Рәсәй буйлап үтә. Уның һөҙөмтәләре буйынса иң йүгерек баш ҡаланы һайламаҡсылар. Өфөгә бәхет тәтерме, юҡмы? Нисә кеше йүгергән, күпме йүгергән, ниндәй тиҙлектә - бына шулар иҫәпләнәсәк.

Мэриялағы ултырышта ла ошо сара тураһында һүҙ сыҡты. Ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, әйҙәгеҙ, йүгерергә сығайыҡ, беҙҙә йәштәр күп тә инде, тип, түрәләрҙе марафонда әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы.

Әле мэрияның йәштәр сәйәсәте идаралығынан бишләп кенә, ә ҡала райондары хакимиәттәренән ике тиҫтәләп кеше ҡатнашырға теләк белдергән.

Ойоштороусылар, йүгерек баш ҡала исемен ала алмаһаҡ та, иң шәп унау иҫәбенә инергә ине, тип өмөтләнә. Яҡынса 2000 тирәһе кеше марафонға сығасаҡ. Был сара Гиннестың рекордтар китабына ингән. Өфөлә икенсегә уҙғарыла.

Шунан, йәмәғәт, кем йүгерә?






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға