14.05.2019 Вице-премьерҙар ил төбәктәрендә милли проекттарҙы күҙәтәсәк
Рәсәйҙең Премьер-министры Дмитрий Медведев үҙенең урынбаҫарҙарына милли проекттарҙың үтәлешен урындарға командировкаларға сығып тикшерергә бойорҙо.
Ил хөкүмәте шулай итеп төбәк властары менән мөнәсәбәт төҙөргә ниәтләй.
Быға тиклем РФ Президенты Владимир Путин губернаторҙар үҙҙәре етәкләгән субъекттарҙа милли проекттарҙың үтәлешен үҙҙәре күҙәтергә тейеш тип белдергәйне. Хәҙер уларға ҡарата контроль көсәйәсәк. Вице-премьер - финанстар министры Антон Силуанов белдереүенсә, милли проекттарҙың үтәлешен тикшереү эҙмә-эҙлекле төҙөлгән һәм Рәсәйҙә тәүгә ҡулланыла.