«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәргәндәр сыға бәйгегә!



13.05.2019 Мәргәндәр сыға бәйгегә!

Учалы районының Туңғатар ауылында “Барын-табын уйындары” байрамы гөрләп үтте. "Уҡсы табын" турниры ошо күркәм байрамдың сағыу бер биҙәге булды. Бәйгелә Учалы, Өфө, Силәбе, Бөрйән, Әбйәлилдән утыҙ өс мәргән ҡатнашты.

Ярыш һөҙөмтәһендә ир-егеттәр араһында 1-се урынды Өфө ҡалаһынан Рушан Хәсәнов яулаһа, 2-се урынды Рәис Низаметдинов Учалыла ҡалдырҙы, 3-сө урын Бөрйән мәргәне Илдар Ишморатовта. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң мәргәне Лилиә Хужиәхмәтова булһа, Лилиә Низаметдинова икенсе урынға сыҡты, ә 3-сө урын Динә Вәлиевала. Һыбай атышта ла Рушан бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Учалы егеттәре Таһир Танатов менән Илназ Үҙәнбаев үҙ-ара бүлеште.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 10-12 июндә Өфө ҡалаһында IV “Мәргән уҡсы” халыҡ-ара фестивале үтәсәк. Унан һуң, 26-28 июлдә, “Ай, Уралым, Уралым” этнофестивале сиктәрендә “Баҡшай мәргәне” турниры көтөлә.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға