«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Минән еңел генә ҡотола алмаҫһың...



13.05.2019 Минән еңел генә ҡотола алмаҫһың...

Ғаиләләр тарҡалыуын кәметер өсөн айырылышыу процесын ҡатмарлаштырырға кәрәк. Быны быға тиклем нисек белмәнеләр һуң?

Ленинград өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы депутаты Владимир Петров ошондай тәҡдимен Рәсәй Хөкүмәтенең Премьер-министры Дмитрий Медведевҡа ебәрмәксе.

Парламентарий фекеренсә, айырылышырға теләгән парҙарға уйлау өсөн ваҡытты оҙайтырға кәрәк. Мәҫәлән, 2 – 3 айға “санитар пауза” билдәләргә. Әгәр ҙә ғаиләлә балалар бар икән, уйлау ваҡытын ярты йылғаса һуҙырға.

Был ғына түгел әле. Ир менән ҡатын айырылышыу теләген ике тапҡыр раҫларға тейеш була. Тәүҙә ғариза яҙғас, унан һуң үрҙә әйтелгән “санитар пауза” бөткәс.

Психологҡа ла барыуҙы мотлаҡ итергә кәрәк, ти депутат. Белгес, бәлки, айырылышыу сәбәбен яйларға кәңәш бирер.

2018 йылда Рәсәйҙә 917 мең ғаилә барлыҡҡа килһә, 584 меңдән ашыу айырылышыу теркәлгән. Әле генә туй булһа, бер йыл да үтмәй ғаилә тарҡалып та ҡуя. Айырылышыу процесы бик ябай булғас, йәштәр уны бер ни ҙә күрмәй. Ҡатмарлаштырғанда, бәлки, әҙерәк “һыуынырҙар”, уйларҙар ине. Һеҙ ниндәй фекерҙә?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға