«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Зыянлы ризыҡты ашама!



18.05.2019 Зыянлы ризыҡты ашама!

Натрий глутаматы (Е621). Составында Е621 өҫтәмәһе булған ризыҡтар организмда бәйлелек барлыҡҡа килтерә. Был – иң йыш ҡулланылған аҙыҡ өҫтәмәһе. Ул организмда күп йыйылһа, өйәнәкте ҡуҙғыта.

Май. Майлылығы 72 проценттан да әҙерәк булғандарын файҙаланырға ярамай, сөнки ысын май түгел.

Балыҡ. Пластик һауыттағы еңелсә тоҙланған балыҡ. Яҡшы тоҙланғаны майҙа ғына оҙаҡ һаҡлана.

Арахис. Хәҙерге ваҡытта күп кенә етештереүсе уны ген инженерияһы ярҙамында үҫтерә һәм төрлө бөжәк зарарламаһын өсөн сәскә гены индерә. Шуға күрә арахис һәр ваҡытта ла яңы өҙөлгән кеүек матур күренә.

Краб таяҡсалары.
Улар – краб эссенцияһы ҡатыштырылған ғәҙәти соя. Ә сояның 95 проценты тиерлек модификацияланған.

Тиҙ әҙерләнә торған ярма һәм ярма киҫәктәре. Уларҙың составында тәбиғигә бик яҡын булған төрлө тәмләткес һәм буяу тупланған.

Татлы, газлы һыуҙар.
Был эсемлектәр сарсау тыуҙыра. Унда күбеһенсә шәкәрҙе алмаштырыусы матдәләр ҡулланыла. Составында булған ортофосфор кислотаһы кәрәкле микроорганизмдарҙы үлтерә. Ә консервант булараҡ файҙаланылған натрий бензоаты (Е211) ферменттарҙы ҡыҫырыҡлай һәм, матдәләр алмашыныуын боҙоп, һимереүгә килтерә.

Колбаса. Составында, ғәҙәттә, 40 процентҡа тиклем йәшерен майҙар һәм тәм биреүсе өҫтәмәләр була. Күп кенә колбаса, сосиска, сардельканың 80 проценты трансгенлы соянан тора.

Тауыҡ. Уның төрлө матдә менән тултырылыуын күптәр яҡшы белә. Ә бындай итте ир-егеттәргә ашарға ярамауын барыһы ла белеп етмәйҙер. “Тултырылған” тауыҡҡа зыянлы гормондар өҫтәлә.

Тәмләткестәр өҫтәлгән сәй.
Бындай сәйҙәргә саманан артыҡ буяу һәм кислота ҡушыла.

Майонез, кетчуп, соустар. Майонезға канцероген трансмайҙар ҡушылған була, был иһә холестерин кимәле артыуына килтерә. Бигерәк тә пластик һауыттарҙағы майонез зарарлы, сөнки уға ҡушылған аш һеркәһе пластиктан алда әйтелгән канцероген бүленеп сығыуына килтерә.

Картуф чипсылары, сохарыйҙар. Әҙерләгән ваҡытта бик күп канцероген бүленеп сығыу сәбәпле, был аҙыҡтарҙың яман шешкә килтереүе ихтимал.

Пакеттағы һуттар. Уларҙы тәбиғи тип атау мөмкин түгел. Рәсәйҙә бындай һуттарҙы Ҡытай сеймалынан эшләйҙәр. Ҡап эсендә 50 проценты химия булһа, ҡалған яртыһы консерваланған емеш-еләктән һәм эремсек һыуынан тора.

Сағыу ҡағыҙҙағы кәнфиттәр, ҡаҡтар һәм чупа-чупс.
Бик күп шәкәр, химик өҫтәмә һәм буяуҙан ғибәрәт.

Кипкән емештәр.
Диетологтар көкөрт иретмәһендә һәм көкөрт газы менән эшкәртеп киптерелгән емеш-еләк ашауҙы тыя. Хәҙерге технологиялар буйынса алма, груша, абрикос нәҡ ошо юл менән эшкәртелә лә инде. Эшкәртелмәгән күрәгә ҡуңырыраҡ төҫтә була. Бындай емештәрҙе һатып алғандан һуң йылымыс һыуҙа бер нисә минут тоторға кәрәк.

Һурпалы кубиктар, әҙер аштар.
Уларҙың төп составы – тоҙ һәм глутамат (тәм көсәйткес). Иң ҙур хәүеф – уларҙың көслө канцероген булыуы.

Пакеттағы эремсектәр. Уларҙың составында киптерелгән һөт һәм үҫемлек майы була. Күп осраҡта ысын эремсек бөтөнләй ҡушылмай.

Тиҙ әҙерләнә торған туҡмас.
Әгәр ҙә бындай ризыҡ ашаһағыҙ, уның тәмләткестәрен һалмаҫҡа тырышығыҙ. Һалма ысын тәбиғи ондан әҙерләнһә лә, соус һәм тәмләткестәре натрий глутаматынан ғына тора.

Эре компанияларҙың аҙыҡ-түлеген балаларға биреү ҙә хәүефле, сөнки күбеһенең составында генетик яҡтан модификацияланған матдәләр бар. Бындай етештереүселәр араһында киң билдәле “Nestle”, “Gerber”, “Semper”, “Ko-linska”, “Friesland Nutrition” компаниялары ла бар.

Ҡаймаҡ. Пластик һауыттағы күп кенә “ҡаймаҡ” бары тик үҫемлек майҙарынан тора һәм “ҡаймаҡ продукты” тип йөрөтөлә.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға