«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Подъездар ремонтлана башланы



13.05.2019 Подъездар ремонтлана башланы

Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау темаһына ла туҡталдылар.

Беренсе этапта, йәғни 15 июнгә тиклем 1123 подъезд төҙөкләндерелергә тейеш. Әле эштәр 737 подъезда бара. 1088 эшсе йәлеп ителгән. Ремонт башланғансы подъездарҙы әҙерләргә тейештәр ине. Әммә был эш бөтә йорттарҙа ла башҡарылмаған. Ремонт барышы мониторигылана. Тимәк, тиҙҙән халыҡ матур подъездарҙы күрәсәк.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев әйтеүенсә, подъездарҙа вандаллыҡ күренештәре йыш осрай. Тәҙрәләр ватылған, ишектәр емерелгән. Һәм был күренеш ремонт үткән подъездарҙа ла бар. Ҡасан беҙҙә тәртип булыр икән? Был тәңгәлдә Эске эштәр министрлығының да реакцияһы булырға тейеш.

Күҙаллауҙар буйынса ремонттар 15 сентябргә тамамланасаҡ. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йәй уртаһында эш барышы буйынса отчет әҙерләргә тәҡдим итте. Республика етәксеһе ремонтты ҡарарға сығасағын да белдерҙе.

Әйткәндәй, "Иң яҡшы подъезд" конкурсы ла иғлан ителгән.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға