«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт атлылары байрағы – Дон ерендә, тарихы – музейҙа



15.05.2019 Башҡорт атлылары байрағы – Дон ерендә, тарихы – музейҙа

Ростов башҡорттары лидеры Мәхмүт Сәлимов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәһен Таганрог дәүләт музей-ҡурсаулығы етәкселегенә тапшырҙы.

Тап ошо учреждение «Самбек үрҙәре» хәрби-тарихи музейы комплексы төҙөлөшө өсөн яуаплы. Байраҡ менән бергә халыҡ аҡсаһына тө­ҙөлгән музейға байтаҡ раритет әйбер, шул иҫәптән 45 мил­лиметрлыҡ пушка ла тап­шырылған. Данлыҡлы дивизия тарихы бында лайыҡлы күр­һәтеләсәк.
«Музейҙы бергәләп тө­ҙөйбөҙ» тип аталған илһөйәрлек акцияһы Таганрог ҡалаһында Көньяҡ Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә үткән. Сарала Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ветерандар, йәштәр ҡатнашҡан. Комплекс халыҡ аҡсаһына Ростов өлкәһенең Самбек ауылы янында төҙөлә. Уның өсөн яҡынса биш мең гектар ер бүленгән. 130-сы һәм 416-сы уҡсылар дивизияһы яугирҙары иҫтәлегенә арналған «Самбек үрҙәре» һәйкәле уның үҙәгендә ҡаласаҡ.



Башҡорт атлылары байрағының күсермәһен әүҙем йәмәғәтсе, «Любизар» хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов эшләгән, Таганрогҡа алып барыуҙа иһә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ярҙам иткән.





Автор: А. Ишемғолова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға