«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урманға барма, тотоп алырҙар, тоторҙар ҙа...



09.05.2019 Урманға барма, тотоп алырҙар, тоторҙар ҙа...

Башҡортостанда 21 көнгә урманға инеү тыйылды. Бармаҡ бөкләп һанай башламағыҙ, иртәгәнән, йәғни 10 майҙан 31-енә тиклем был сикләү.

Республиканың Урман хужалығы министрлығы, янғын ҡурҡынысы булғанлыҡтан, урманға кешеләргә инеп йөрөргә ярамай, тине. Хатта машина менән дә инергә рөхсәт юҡ.

Әле беҙҙә янғын хәүефе IV, V класлы тип билдәләнгән. Тыйыу Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Учалы урмансылыҡтары биләмәһенә, шулай уҡ Әүжән, Инйәр, Тирлән, Кананикольск урмансылыҡтарына ҡағыла.

Янғын бигерәк йыш сыға шул. 13 апрелдән алып 70 урман янғыны теркәлгән, 1,1 мең гектар майҙанды ут ялмаған.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға