«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Илем буйлап атлай үлемһеҙ полк



09.05.2019 Илем буйлап атлай үлемһеҙ полк

Илем буйлап атлай үлемһеҙ полк,
Еңеүселәр килә, ҡарағыҙ!
Бөгөн улар барыһы ла иҫән,
Бөгөн улар имен, яраһыҙ.

Ветеранды, уның балаларын
Ошо парад бергә тупланы.
Оркестрҙар өндәй бер тауыштан:
«Тыныс атһын илдең һәр таңы!»

Үлемһеҙ полк!
Һиндә тарих шаңы,
Яу кисергән ялан күҙҙәре,
45-тән иҫкән елдәр шауы,
Тол ҡыҙҙарҙың терелгән йәре,
Ышаныс һәм өмөт сатҡылары,
Осрашыуҙың көтөп алғаны…

Үлемһеҙ полк булып илде иңләй
Совет һалдаттарының даны.

…Киң майҙандан бара еңеүселер,
Үткәндәрҙән сәләм бирәләр...
Әйтерһең дә,
Улар Еңеү яулап,
Яуҙан яңы ҡайтып киләләр.

Олеся





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға