«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 74 йыллығы менән, дуҫтар!



09.05.2019 БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 74 йыллығы менән, дуҫтар!

БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 74 йыллығы менән, дуҫтар!ӨҘӨЛМӘҺЕН ДУҪЛЫҠ ЕПТӘРЕ.
ӨҘӨЛМӘҺЕН ДУҪЛЫҠ ЕПТӘРЕ.

Ҡартатайҙар әле йәш булғандар,
Өләсәйҙәр булған ҡыҙ ғына.
Илем сиген баҫып ингән дошман,
Оялыу ҙа белмәй аҙ ғына.

Әле генә мәктәп тамамлаған,
Аямаған һуғыш йәштәрҙе.
Әммә теҙ сүктерә алмағандар,
Совет халҡын, беҙҙең иштәрҙе!

Бик ҡаныҡҡан фашист никтер беҙгә,
Хазиналы Урал тауына.
Бирешмәгән Совет һалдаттары
Гитлер үргән ыулы ауына.

Тик күптәре төрөнөп шинелгә
Ҡаты йоҡоларға талғандар.
Ажғыр буран, һыуыҡ айҙарҙа ла,
Еңеү өсөн алға барғандар.

Дүрт йыл кисеп ҡан ҡойоштоң үҙен,
Берлинғаса барып еткәндәр.
Рейхстагҡа менеп ал байраҡ элгәс,
Сүгәләп байраҡты үпкәндәр.

Тыуған Илен, Тыуған ерен һаҡлап,
Күпмеләре ҡорбан булғандар.
Данлы ҡаһармандар мәңгелеккә
Ғорур таш-һын булып баҫҡандар...

Бөгөнгө көн күгем аяҙ, матур,
Тыныс торһон Илдең сиктәре.
Илдәр менән илдәр араһында
Өҙөлмәһен дуҫлыҡ ептәре!

(08.05.2019. Ишей. Хәлиҙә апай)





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға