«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ял һәм байрамдарҙың яңы графигы сыға



08.05.2019 Ял һәм байрамдарҙың яңы графигы сыға

Был оҙон ялдар бөтһә, ни эшләрбеҙ икән, тип уйланаһығыҙмы? Әле отпускыларығыҙ барҙыр, унан тағы байрамдар, тағы ялдар. Оҙондары ла бар.

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы киләһе йылға ял һәм байрам көндәре, уларҙы күсереү тураһында тәҡдим әҙерләгән. Проект Рәсәйҙең норматив хоҡуҡи акттарҙың федераль порталында фекер алышыр өсөн баҫылған.

Шулай итеп, 2020 йылда түбәндәгесә байрам итергә уйлайбыҙ:
1 - 8 ғинуар, 4, 5 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбегә тура килгәнлектән, 4, 5 майға (дүшәмбе, шишәмбе) күсерелә.
22 - 24 февраль
7 - 9 март
1 - 5 май
9 - 11 май
12 - 14 июнь
4 ноябрь.
Нисек, оҡшаймы, ризаһығыҙмы?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға