«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡайһы районда күпме бала табалар?



08.05.2019 Ҡайһы районда күпме бала табалар?

БР-ҙың юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, 2019 йылдың ғинуар – апрель айҙарында 14 034 бала донъяға килгән. Тик былтырғы менән сағыштырып ҡарағанда был һан түбәнерәк. Сөнки быйыл төбәктә тыуым аҙайған, бигерәк тә райондарҙа. Әлегә 54 райондың 13-е генә яҡшы күрһәткес менән маҡтана ала.
Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районында тыуым 20 процентҡа артҡан, Нуриман – 11,9%, Йәрмәкәй – 11,7%, Күгәрсен – 10,1%, Саҡмағош – 9,4%, Ғафури – 9,3%, Асҡын – 7,7%, Өфө - 6,4 %, Дыуан – 4,4%, Йылайыр – 2,3%, Шаран – 1,9%, Илеш - 1% һәм Әлшәй районында 0,9 процентҡа күтәрелгән.

Әйткәндәй, Волга буйы федераль округында Башҡортостан күп балалы ғаиләләр һаны буйынса тәүге урынды биләй. Республикала 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар, унда 160 меңдән ашыу бала тәрбиәләнә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға