«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 42 район баҫыуҙарҙарында - ЧП!



08.05.2019 42 район баҫыуҙарҙарында - ЧП!

Башҡортостандың 42 районында ужымдың һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Бының туралағы указға Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.

Ғәҙәттән тыш хәл режимы Әлшәй, Ауырғазы, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрө, Ғафури, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Ишембай, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Күгәрсен, Кушнарен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Мәсетле, Миәкә, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Өфө, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарында 29 апрелдән 19 майға тиклем индерелде.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы 30 майға тиклем Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына культураларҙың һәләк булыуынан килгән зыян һәм уларҙың үҫтереү өсөн сығым тураһында документтар тапшырырға тейеш. Район хакимиәттәре башлыҡтарына үҫемлектәрҙең туңыу һәм ауырыуҙар менән зарарланыу эҙемтәләрен йомшартыу сараларын күреү бурысы йөкмәтелгән.

Башҡортостанда ужымдың һәләк булыуы сәбәпле зыян 6 миллиард һумға баһалана. Ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, апрелдә температураның түбәнәйеүе ужымға зыян килтерҙе.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға