«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйгә индермәгәнгә үсегеп, ут төрткән булған



08.05.2019 Өйгә индермәгәнгә үсегеп, ут төрткән булған

7 майға ҡараған төндә Дәүләкән ҡалаһында ҡупҡан утлы фажиғә "поклонник" арҡаһында барлыҡҡа килгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - Октябрь урамында йорт яныу һөҙөмтәһендә 30 йәшлек ҡатын һәм уның 10 йәшлек малайы һәм 6 йәшлек ҡыҙы һәләк булған.

Тәфтишселәр янғын урынын барлап, өй соланына бер нисә урындан ут төрткәндәр икәнлеген асыҡлаған. Ҡатындың таныш-белешен тикшергәндәр һәм уның менән мөнәсәбәттә булған һәм ошо уҡ ҡалала йәшәгән 29 йәшлек егетте асыҡлағандар. Ул 7 май көндө һөйгәненә килгән, ләкин уныһы ишек асмаған. Егет үсләшеп, соланға ут төрткән.

Әле енәйәтсене ҡулға алғандар, тикшереү бара. Уға "Ике йәки унан күберәк кешене үлтереү" статьяһы буйынса 8 йылдан 20 йылға
тиклем йәки ғүмерлеккә төрмә янай.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға