«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урмандар һаман яна



07.05.2019 Урмандар һаман яна


Май байрамдарынан алып республикала урмандар яна. Үткән тәүлектә генә Белорет, Бөрйән, Йылайыр райондарында урман янғындары теркәлгән. Былтыр ошо ваҡытта 8 урман янғыны булһа, быйыл 53 осраҡ. «Ҡыҙыл әтәс»тең тиҙ генә таралыуына көслө ел дә булышлыҡ итте. Ут сығыуға урманда йөрөүселәрҙең тәмәке төпсөктәрен ташлап китеүе, усаҡтарын яҡшылап һүндермәй ҡалдырыуы ла сәбәпсе. Бөгөнгә ҡарата 645,26 га ерҙә урман зыян күргән.
Тәбиғәткә ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәйек. Ҡыуан ел ваҡытында яланда усаҡ яғыуҙан тыйылып торайыҡ. Урмандарыбыҙҙың күпселек өлөшө ҡуртымға бирелһә лә, тыуған еребеҙ бит. Ут оҙаҡ көттөрмәй, ауылдарыбыҙға килеп етмәһен. Урмандан сыҡҡан янғын таралып, Байкал аръяғында тотош ауылдарҙың яныуы һәр беребеҙгә һабаҡ булһын ине.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Интернеттан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға