«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бошмаҫ түрәне “Инцидент” интектерә



06.05.2019 Бошмаҫ түрәне “Инцидент” интектерә

Республика халҡы “Инцидент” системаһы аша үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итә, һорауҙарына яуап ала. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Иҫән ауылы халҡы элекке туҡталышын һағынып былай тип яҙған: “Беҙгә совет заманынан ҡалған ҡалын тимерҙән яһалған туҡталышты кире ҡайтарығыҙ. Яңы, заманса туҡталышта елдән һаҡланып та булмай. Ергә тиклем еткереп ҡапланмағанға күрә, унда аяҡ өшөй. Беҙҙең ауылда мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла юҡ. Көн һайын халыҡ, шул иҫәптән балалар ҙа, иртәнге һыуыҡта ошо туҡталышта өшөп торорға мәжбүр. Ә буранда ул бына-бына осоп китер кеүек тойола”.


Баймаҡ районы хакимиәтенең рәсми вәкиле Юлдаш Дәүләтов мөрәжәғәт ҡарауға ҡабул ителде, тип яуаплаған.

Бер аҙҙан Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Фәниә Вәхитова, туҡталыш яңыртылды, тип яуап яҙған һәм фотоһын һалған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға