«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала иң күп һалымды кем түләй?



06.05.2019 Республикала иң күп һалымды кем түләй?

Башҡортостандың Финанс министрлығы төбәктең һалым түләүселәре тураһында “Граждандар өсөн бюджет” документын баҫтырҙы. Бында 2018 йылдың иң эре һалым түләүселәр исемлеге бирелгән.


Тәүге урынды “Башнефть” компанияһы биләй. Төбәк ҡаҙнаһына нефтселәрҙән килгән һалымдың өлөшө — 27,9 процент. Икенсе урында күпкә ҡалышып “Газпром” килә — 3,2 процент. Өсөнсө урында — 2,3 процент менән Өфөнөң моторҙар эшләү берекмәһе.

Артабан “Мәскәү – Эфес пивоварняһы” (2,2), “Башҡортостан сода компанияһы” (1,7), “Башспирт” (1,7), “Газпром нефтехим Салауат”, (1,4), “Хейнекен берләшкән пивоварнялары” (1,2), “Рәсәй Сбербанкы” (1,2) һәм “Транснефть” (0,9).

Юғарылағы ун компаниянан республика ҡаҙнаһына барлығы 43,7 процент һалым түләмдәре ингән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға