«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шаурма ашама, ағыуланыуың бар!



06.05.2019 Шаурма ашама, ағыуланыуың бар!

Был аҙыҡ аша төрлө төрлө йоғошло ауырыуҙар янай, иң хәүефлеләре — сальмонеллез, дизентерия, А гепатиты вирусы. Ниндәй шарттарҙа әҙерләнгәнен дә белмәйенсә урамда һатып алынған шаурманан ағыуланыу осраҡтары — иң йыш теркәлгәндәре. Унан ҡала, майонез, ҡаймаҡ менән болғатылған салаттар, кремлы кондитер продукттары, ит ризыҡтары килә.


Бик булмаһа, шаурманы үҙегеҙ эшләп ашағыҙ. Әҙер лавашты йәйеп, үҙегеҙҙең тәм буйынса, кетчуп, майонез һылағыҙ. Ҡыҙҙырылған тауыҡ ите, пекин кәбеҫтәһе, ҡыяр, помидор һалығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр корейса кишер, тоҙло ҡыяр ҙа өҫтәй. Сырҙы ҡырғыстан үткәреп һалырға ла мөмкин. Тағы ла соус менән майонез ағыҙырға һәм лавашты тығыҙ итеп төрөргә кәрәк. Бер аҙ май һалып ҡыҙҙырылған табала ике яғын да ҡыҙҙырып алғас, бер ниндәй ҙә сальмонеллездан ҡурҡмайынса, үҙ шаурмағыҙҙы ҡайыра тешләп ашағыҙ!





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға