06.05.2019 15 майҙа ҡыҫҡа эш көнө
Еңеү көнө уңайынан бирелгән дүрт көн ял була ла, майҙа байрамдар бөтөп тора, тиһегеҙме? Яңылышаһығыҙ. Тағы берәү бар әле.
15 майҙа халыҡ-ара Ғаилә көнө билдәләнә. Ошо уңай менән ғаиләле хеҙмәткәрҙәр эштән бер сәғәткә алданыраҡ сыға ала. Ғаиләһеҙҙәргә - ҡуҡыш!
Тап ошо көндә эш ваҡытын ҡыҫҡартыу практикаһын быйыл да ҡулланыу өсөн БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР профсоздар федерацияһы, республиканың Эш биреүселәр союзы башлыҡтары ҡул ҡуйған мөрәжәғәттәр етәкселәргә (йәғни эш биреүселәргә) ебәрелгән. Түрәләр быға ҡолаҡ һалырмы, юҡмы?
Былтыр ҡыҫҡа эш көнө булған икән. Уны уңышлы тип тапҡандар ҙа, быйыл да ҡабатларға уйлайҙар. Ғаилә йылында 767 ойошма барлығы 24 955 ғаиләле хеҙмәткәрен эштән бер сәғәткә алда ҡайтарған.