«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы бер ҡағыҙ документтан ҡотолмаҡсылар



06.05.2019 Тағы бер ҡағыҙ документтан ҡотолмаҡсылар

"Әсәлек капиталы"н алып ҡалырға тырышыусылар өсөн мөһим яңылыҡ.

Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Алексей Скляр белдереүенсә, 2020 йылға "Әсәлек капиталы" сертификатының ҡағыҙ формаһын электронға алмаштырасаҡтар. Барыһы ла ябай буласаҡ. Электрон базаға индерәһең дә, эш тә бөттө. Ғөмүмән, ҡағыҙ әрәм итеү үткәндә ҡала бара.

Әйткәндәй, апрель башында Рәсәй Хөкүмәтенең вице-премьеры Татьяна Голикова бер тапшырыуҙа, "Әсәлек капиталы"н беренсе балаға ла биреү тураһында фекер алышыуҙар бара, тигәйне. Уның фекеренсә, аҡса - бала тыуыуына стимул.

Ә Президент Путин ипотекалары булған күп балалы ғаиләләргә 450 мең һум таратыу тәҡдимен күптән әйтте.

Тыуһын ғына балалар! Хөкүмәт нисек ярҙам итергә белер.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға