«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы ҡағиҙә үҙ көсөнә инде



05.05.2019 Яңы ҡағиҙә үҙ көсөнә инде

Рәсәйҙә мессенджерҙарҙа (ватсап, вайбер һ.б.) теркәлгәндә мобиль операторҙар аша танылыу талап ителә. Был ҡағиҙәләр бөгөндән үҙ көсөнә инде.

5 майҙан мессенджер администрацияһы операторға яңы ҡулланыусы тураһында үтенес ебәрә, ә оператор мәғлүмәттәрҙең дөрөҫмө-түгелме икәнлеге хаҡында 20 минут эсендә яуап ҡайтарырға тейеш.

Әгәр ҙә мәғлүмәттәр тап килһә, ҡулланыусы теркәлеүҙе үтеп, уникаль номер ала. Шул номер операторҙың махсус реестрына индерелеп, ҡулланыусының ниндәй сервистар менән файҙаланыуы күрһәтелә.

Абонент килешеүҙе өҙгән хәлдә, оператор тәүлек эсендә был турала мессенджерға хәбәр итергә тейеш. Мессенджер ҡулланыусыны ҡабаттан теркәргә тейеш. Яңынан теркәй алмаған хәлдә, ҡулланыусы мессенджер менән ул номер аша файҙалана алмаясаҡ.

Әйткәндәй, әгәр кеше мессенджер менән күптәнән файҙаланһа, һәм уның турала мәғлүмәттәр сервис менән операторҙа бер иш икән, яңынан танылыу процесын үтеү кәрәкмәй. Сөнки мессенджерҙар былай ҙа номерҙы (теркәлгәндә) смс-хәбәр аша тикшерә ине...





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға