«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 400 грамм шешлек, артынан 100...



04.05.2019 400 грамм шешлек, артынан 100...

Мәскәүҙең баш диетологы Антонина Стародубова белдереүенсә, шешлекте самаһыҙ ашарға ярамай. Кеше рәхәтләнеп байрам итә башлаһа, ярамайҙар күбәйә лә китә. Бөтәһе лә беҙҙең һаулыҡты ҡайғырта шикелле.

Баяғы диетолог әйтә, әгәр ҙә 10 көн буйына аҡһымлы ризыҡ ашаһағыҙ, организмға көсөргәнеш төшә һәм ундағы хроник сирҙәр “уяна”. Хатта яңылары барлыҡҡа килеүе лә мөмкин.

Мәҫәлән, алкоголде һәм итте күп ҡулланыуҙан подагра өйәнәге тотоуы ихтимал.

Артыҡ ҡунаҡ булып ташлаһағыҙ, ит, бәлеш янына йәшелсә менән емеште лә һыйҙырырға тырышығыҙ. Шешлектән һуң спиртлы эсемлек түгел, ә һыу эсеп ҡуйығыҙ. Ғөмүмән, табиптар, бер ашағанда ҡурылған ит нормаһы 400 грамм, ти. Был – организмға кәрәккән аҡһым нормаһы икән.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға