«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кем Оҙонгүлдә тәпешкәһен юғалтты?



04.05.2019 Кем Оҙонгүлдә тәпешкәһен юғалтты?

3 май Учалы районы Озерный ауылы йәштәренән бер төркөм Оҙонгүл буйын сүп-сарҙан таҙартты. Ойоштороусы Динар Нәсибуллин әйтеүенсә, 50 тоҡтай шешә, сүп—сар йыйылған.

Был изге эштән ситтә ҡалыуҙы килештермәй, беҙ ҙә өмәлә ҡатнаштыҡ. Өмәлә иң йәш ҡатнашыусы Ләйсән Яҡупова менән күл буйын ихласлап таҙарттыҡ. Динар Нәсибуллин, Ильяс һәм Резеда Насретдиновтарҙы күргәс кенә өшөгәнебеҙҙе аңлап (хәйер, ҡупшы өшөмәй, ҡалтырай ғына бит әле ул), өйгә һыпырттыҡ.

Әйткәндәй, кем Оҙонгүлдә тәпешкәһен юғалтты? Беҙ уны таптыҡ һәм сүплеккә оҙаттыҡ. Ҡайһылыр бисә яр буйында бюстгальтерын онотоп ҡалдырған (ҡарамаҡҡа 3-сө размер). Донъяһын онотҡансы ныҡ рәхәтләнеп ял иткән, ахыры... Ә кемдер апаруҡ дәртләнеп, ыштанһыҙ ҙа ҡайтып киттеме икән, сөнки бер устай ғына ерҙә ике "семейник", ике купальник аҫты һәм елле генә ҡатынға ярашлы трусик ятып ҡалған. Күлебеҙ буйында ял иткән ир-егеттәрҙең һәр икенсеһе өйөнә яңғыҙ ойоҡбашта ҡайтҡас, ҡатындары уның парын таптырманымы икән? Моғайын да, таптырғандыр (ҡатын-ҡыҙҙы белмәйбеҙме ни?!)

Шуға ла ял итеүселәргә өндәшәбеҙ: зинһар, нимә кейеп килгәнһегеҙ, шуны бөтә барлап, исемләп (!) кире кейеп алып ҡайтығыҙ! Бер нәмәгеҙ ҙә тороп, төшөп, онотолоп ҡалмаһын! Беҙгә һеҙҙең алам-һалам бушлай ҙа кәрәкмәй. Күлде һәм яр буйын тамам сүплеккә әйләндергәнһегеҙ!

Ҡулъяулыҡтар, таҫтамал, салфеткалар, шешәләр, пластик һауыттар, тәмәке һәм шырпы ҡаптары, зажигалкалар, газ баллончигы, быяла ватыҡтары, презервативтар һәм уларҙың ҡаптары, гәзиттәр, колбаса тышы, порошок ҡаптары, аяҡ кейеме, майкалар, ойоҡбаштар - нимә генә юҡ... Ошо сүплек эсендә ял итәләр бит әле. Донъяны бысратҡан, үҙҙәре артынан йыя ла белмәгән кемдәр һуң улар?!. Ҡасан әйләнә-тирәне бысратыуҙан туҡтарбыҙ?





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Авторҙың фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға