«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡытайҙар ни өсөн беҙҙән күпләп эт менән бесәй ала?



30.04.2019 Ҡытайҙар ни өсөн беҙҙән күпләп эт менән бесәй ала?

Беҙҙең илдең Алыҫ Көнсығышында ҡытайҙар рәхәтләнеп йөрөй. Халыҡ-ара пропуск пунктынан бер туҡтауһыҙ үтәләр.

Бер ҡыҙыҡ асыш яһалған. Апрелдә Йәһүд автономиялы өлкәһенең "Нижнеленинское" пунктынан апрелдә генә Ҡытай яғына 80 эт һәм бесәй алып сыҡҡандар. Был көн һайын ике хайуан тиерлек бит. Тәүге кварталда сығарылған йәнлек-фәлән һанынан ете тапҡыр артыҡ был. Былтырғы ошо ваҡытта сығарылғандарынан ун тапҡырға күберәк.

Ҡытайҙар беҙҙең эттәрҙе нишләтә икән? Бесәйҙәрҙе шул тиклем яратамы икән? Әллә ризыҡҡа шуларҙың итен ҡушалар, тигәндәре дөрөҫмө?

Таможняла аңлатыуҙарынса, баҡһаң, 1 майҙан Ҡытайҙа ситтән йорт хайуандарын килтереү сикләнә, имеш. Был илдә, ғөмүмән, сикләү-тыйыуҙар күп. 2017 йылда ҡалала бер эттән дә артығыраҡты тотоу, йә ҙурын аҫрау тыйылған. Шуға ла улар бәләкәйерәк эттәрҙе ярата. Француз бульдогы, мопс, мәҫәлән. Ауыл ерҙәрендә мастифф менән алабайҙы аҫрайҙар. Әле бесәйҙәрҙең ҡыйбатлы тоҡомлолары - бамбино, сфинкс, британ, мэйн-кун, регдолл модала, ти.

Ашарға түгел, аҫрарға. Шикелле...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға