30.04.2019 Май байрамдарында минус 10 градусҡа тиклем һыуытасаҡ
Синоптиктар Башҡортостанда тағы ла һыуытасаҡ тип вәғәҙәләй. Алдағы ялдарҙа минусҡа еткән үтә һалҡын төндәр көтөлә.
Иртәгә, 1 майҙа республикала күк йөҙө аяҙлы-болотло торасаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ямғыр яуасаҡ, төндә ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел көнсығыштан, ҡайһы берендә көньяҡ-көнсығыштан да иҫәсәк. Төндә һауа температураһы - 5, урыны менән - 10 градус һыуыҡ торасаҡ, көндөҙ иһә +7 градус йылы көтөлә.
Өфөлә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Төндә - 2 градус һыуыҡ, көндөҙ иһә + 12 градус йылы торасаҡ тиҙәр.