30.04.2019 Иҡтисади үҫеш министры вазифаһында - Лилиә Мәжитова
Бығаса ул БР иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары булып эшләгәйне. Вазифаны алмаштырыу тураһындағы указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Ә бығаса министр булып эшләгән Сергей Новиков үҙ ғаризаһына ярашлы эшенән бушатылды.