«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һунар мылтығынан атып үлтергән



29.04.2019 Һунар мылтығынан атып үлтергән

Урманлы райондарҙа берәйһенең асыуына тейһәләр, һунарсы ирҙәр күҙ күгәртеп һуғышып йөрөмәй. Хас та кинолағыса, һунар мылтығы менән генә үс алып ҡуялар.
Учалылағы фажиғәгә күп тә үтмәне, Әбйәлил районының Хәмит ауылында ҡот осҡос фажиғә булды. Унда 56 йәшлек ир үҙенең ике ҡунағын мылтыҡтан атып үлтергән.
А.-ға 17 йәшлек ҡустыһы ике кешене эйәртеп эсергә килә. Шешәләрҙе бушатҡас, уларҙың берәүһе йоҡларға китә. Ҡыҙмаса булып алған ҡунаҡтар араһында низағ ҡуба. Үҙенән күпкә йәш егеттәрҙеҙең үҙҙәренең атайҙары йәшендәге оло кешегә аҡыл өйрәтеүҙәре «шайтан һыуы»нан илергән хужаға оҡшамай. Үҙҙәрен иркен тотҡан ике ҡунағын атып үлтерә һәм урманға ҡаса. Полиция енйәт ҡылыусыны икенсе көнгә генә таба.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға