30.04.2019 Цулыгин тағы бер йыл «баш» буласаҡ
«Салауат Юлаев» командаһы етәкселеге баш тренер Николай Цулыгин менән килешеүен тағы бер миҙгелгә оҙайтты.
Ул былтыр миҙгел барышында өфөләрҙе етәкләп, Көнсығыш конференцияһының финалына сығарҙы. Йәш белгескә күптәр ышанмаһа ла, 43 йәшлек тренер команда менән уртаҡ тел табып, тәрбиәләнеүселәрен хәл иткес бәйгегә алып барып еткерҙе.
Составҡа килгәндә, уйынсыларҙың яртыһының тиерлек команда менән контракты тамамланды. Әлегә уларҙың ҡайһы берҙәре менән һөйләшеү бара. Әйтәйек, һаҡсы Захар Арзамасцев тағы бер йыл уйнаясаҡ. Һөжүмсе Дмитрий Кугрышев клуб менән ике миҙгелгә килешеүен оҙайтты. Ә бына төп составтан Йоонас Кемппайнен, күрәһең, үҙенең хаҡын арттырып, «Салауат Юлаев» етәкселеге менән килешә алманы. Уны бай СКА үҙенә ылыҡтырмаҡсы. Звенолаш иптәштәре Линус Умарк менән Теему Хартикайнен беҙҙе ҡыуандырасаҡ әле, моғайын. Шулай уҡ Александр Кадейкин, Александр Бурмистров, Григорий Паниндың килешеүҙәре киләһе йылға тиклем бар. СКА-ла уйнап йөрөгән һаҡсы Андрей Зубаревтың ниһайәт, тыуған клубына ҡайтыуы хаҡында хәбәр таралды. Максим Рыбиндан баш тартырға булдылар. 37 йәшлек һөжүмсе Өфөгә миҙгел барышында күскәйне. Владимир Ткачев менән Антон Бурдасовтың яҙмышын НХЛ-ға бәйләйҙәр.