28.04.2019 Ауырғазыла ел ҡыйыҡтарҙы алып бәргән
Бөгөн Ауырғазы районында көслө ел 13 ауылда материаль зыян килтергән.
Секундына 21 метрға еткән ғәрәсәт 12 йорттоң, 3 клуб-маҙарҙың, 6 ферманың ҡыйығын алып бәргән, тимерен осорған.
Ғәҙәттән тыш хәл урындарында республика властары һәм урындағы үҙидара органдары, ҡотҡарыусылар, хоҡуҡ һаҡлаусылар эшләй.