«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күңелде йылытырға күп тә кәрәкмәй



28.04.2019 Күңелде йылытырға күп тә кәрәкмәй

М.Кәрим исемендәге милли йәштәр театры Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса Мөсәлим Күлбаев ҡуйған “Яуҙы еңгән мөхәббәт” исемле спектакль менән апрель айын теүәлләп ҡуя. 30 апрелдә сәғәт 12-лә башлана был тамаша.

Май айында көслө ижади коллектив бер нисә премьера тәҡдим итмәксе. Күптәнән барған спектаклдәре лә иғтибарға лайыҡ. Шул иҫәптән "У ковчега в восемь" (авторы У.Хуб, тамаша рус телендә).

...Пингвин булғым килә... Өсәүҙең береһе булып, бер-береңә һыйынып ҡына тороп, һыуыҡта арҡаны йылытыр, елдә аумаҫҡа иңде терәр өсөн. Шунһыҙ унда, ыжғыр һыуыҡ ерҙә, тере ҡалыу мөмкин дә түгел. Беҙҙә ундай һалҡындар юҡ, тәбиғәт күпкә мәрхәмәтлерәк, әммә күңелдең өшөгән саҡтары, сайҡалған мәлдәре етерлек бит! Күңелде йылытырға күп тә кәрәкмәй - бер-береңдең ышығы етә. Ә ул дефицит... Асыуланышҡан, үпкәләшкән, аңлашыуҙы юғалтҡан саҡта ла, арҡа терәр кешеләрең булып, улар һине һандыҡҡа төртөп йығып, үҙҙәре менән бергә ҡотҡарырға алып китһендәр ине ул, хас та "У ковчега в восемь" спектаклендәге пингвиндар ише. Талантлы Мөсәлим Күлбаев ҡуйған тамашаға ғашиҡ булмау мөмкин түгел. Режиссерҙың изге күңеленең тәрәнлеге, мәрхәмәтле йөрәгенең йылыһы ҡушылған, тормош тәжрибәһе һалынған спектаклдә таланттары йылдан-йыл сағыуыраҡ балҡыған Аида Кульбаева, Гүзәл Әйүпова, Рәмзил Сәлмәнов, Шәһитулла Хамматов уйнай. Тотош ғаилә, мәктәп менән барып ҡараһаң да, үкенерлек түгел. Сөнки ябай ғына, көлкөлө күренештәр аша мөһим мәсьәләләрҙең сиселеше юлы күрһәтелгән: бер нимәгә ҡарамаҫтан, бер-береңде... Хәйер, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына барығыҙ ҙа, рәхәтләнеп ҡарағыҙ. Онотмағыҙ – 12 май "У ковчега в восемь"!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға